Күпертелгән полиэтилен: Изолар НПЭ

Күпертелгән полиэтилен: Изолар НПЭ

Күпертелгән полиэтилен Изолар НПЭ –Фреон һәм башҡа зарарлы мәтдәләр ҡушылмаған, алдынғы технологиялар буйынса етештерелгән
заманса экологик йылытҡыс.

Күпертелгән полиэтилен Изолар НПЭ - рулонлы изоляция материалы, үткәрмәүсән полиэтилен кѳплѳгѳ эсендә ҡапланған, 80% ваҡ һауа ҡыуыҡтарынан тора.

Күпертелгән полиэтилендың йылы үткәреүсәнлек коэффициенты, һауаныҡына яҡын,
яҡынса - 0,035-0,037 Вт/м² С, изоляция материалдары араһында иң бәләкәй коэффициентҡа эйә. Бынан тыш, күпертелгән полиэтилен һауа үткәрмәүсән, ябык күҙәнәкле структуралы, шуға күрә конвекция аша. йылылыҡ юғалмай.

Күпертелгән полиэтилен теналарҙың тѳҙѳлѳш конструкцияларының күләмен байтаҡҡа ҡыҫҡартырға, иҙән һәм түбәнең йылы характеристикаларын юғалтмайынса, аҡса мѳлкәтен һаҡлауҙы тәьмин итә. Беҙҙең материалды ҡороу ѳсѳн юғары квалификациялы белгестәр кәрәкмәй һәм йыл миҙгелдәренә ҡарамай. Беҙҙең материал арзан йылы һаҡлау материалдар иҫәбенә керә, Һәр кемгә лә һатып алырлыҡ мѳмкинселек бар.

Күпертелгән полиэтилен химик яҡтан актив түгел, шуға күрә бар тѳҙѳлѳш материалдары менән үҙ-ара тура килә: цемент, бетон, эзбиз, гипс, кирбес, ағас материалдары.


 

Содержание:
1. Универсаль тѳҙѳлѳш изоляцияһы Изолар НПЭ (2-10мм).
2. Ламинат аҫтына һалыу материалы Изолар НПЭ (2-3мм)
3. Йорт йыһаҙдары һәм техника тѳрѳү материалы Изолар НПЭ (0,5-1,0мм)
4. Тауыш изоляцияһы «йѳҙѳп йѳрѳгән» иҙән системаһында Изолар НПЭ (8-10мм)
5. ТНП Изолар НПЭ (3-10мм) етештереү
6. Сертификаттар
7. Видео

 

1. Универсаль тѳҙѳлѳш изоляцияһы Изолар НПЭ (2-10мм).

Күпертелгән полиэтилендың тѳп ҡулланышы - тѳҙѳлѳштә йылы һәм тауыш
изоляцияһы сифатында. Шулай уҡ материал дым үтеүҙән ышаныслы һаҡлай.
Мѳһим сифаты– ул үҙенең максималь йылы ҡаршылығы
менән шул уҡ ваҡытта минималь ҡалынлығы һәм ауырлығы менән минераль
мамыҡтан айырыла. Шулай итеп, урын һаҡлана һәм тѳҙѳлѳш конструкцияларының ауырлығы күпкә кәмей. Уны ҡороу бик ябай: бысаҡ менән еңел киҫелә, елем менән
степлер, сѳй, скотч һәм тѳҙѳлѳш фены менән беркетелә. Бѳгѳлгән ѳҫтәргә ике яҡлы ҡороу скотчы менән беркетелә. Күпертелгән полиэтилен химик яҡтан актив түгел,
шуға күрә бар тѳҙѳлѳш материалдары менән үҙ-ара тура килә: цемент, бетон, эзбиз, гипс, кирбес, ағас материалдары.

2. Ламинат аҫтына һалыу материалы Изолар НПЭ (2-3мм)

Ламинат, паркет таҡта һәм башҡа иҙән ѳҫтѳ материалдары аҫтына тигезләү һәм амортизация ѳсѳн идеаль тура килә.

3. Йорт йыһаҙдары һәм техника тѳрѳү материалы Изолар НПЭ (0,5-1,0мм)

Тѳрѳү материалы киң ҡулланыла: йорт йыһаздары, кѳнкүреш техникаһы, тәбиғи һәм яһалма таш һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәрҙе һаҡсыл һаҡлау һәм күсереү ѳсѳн. Керамика, фарфор, быяла, полироль ѳҫлѳ тѳрлѳ материалдарҙың тышҡы

күренешен (тауар йѳҙѳн) һаҡлау ѳсѳн идеаль тап килә.

4.Тауыш изоляцияһы «йѳҙѳп йѳрѳгән» иҙән системаһында Изолар НПЭ (8-10мм)

«Йѳҙѳп йѳрѳгән» иҙәнен ҡороу ѳсѳн тѳргәк материал Изолар НПЭ (8-10мм)

йылы-тауыш-бәреүҙән изоляция ѳсѳн ҡулланыла . Кәрәк булған осраҡта Изолар

аҫтына бетон нигеҙгә ѳҫтәп «С» йәки «Д» маркаһындағы парһыуизоляция плёнкаһы һалына, йәки ябай полиэтилен ҡатламы һалына .

5. ТНП Изолар НПЭ (3-10мм) етештереү

Спорт һәм ял итеү тауарҙарында, тире галантереяһында, ортопед әйберҙерен етештереүә ҡулланыла